Википедия:Яуаплылыҡтан баш тартыу

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Википедия эстәлеге дөрөҫ булыуына гарантия бирмәй

Википедия, ирекмәндәр тарафынан яҙылған, кешелектең барлыҡ белемен туплаған, асыҡ эстәлекле интернет-энциклопедия. Интернетҡа инергә мөмкинлеге булған һәр кем уның эстәлеген үҙгәртә ала. Бында килтерелгән мәғлүмәт, ошо өлкәлә тулы белем бирерлек белгестәр тарафынан тикшерелмәгән булыуы мөмкин – шуны иғтибарығыҙҙан сығармағыҙ.

Википедиялағы бөтә мәғлүмәт дөрөҫ түгел тип ҡабул итергә ярамай, шулай ҙа Википедия үҙ эстәлегендәге мәғлүмәттең дөрөҫлөгөнә гарантия бирмәй. Мәҡәләне уҡыған ваҡытта кемдер уны үҙгәртеп эшләүе мөмкин.

Википедияла булған яңылыш йәки ялған мәғлүмәт өсөн, шулай уҡ башҡа интернет ресурстарға һылтанмалар өсөн авторҙар ҙа, ҡатнашыусылар ҙа, спонсорҙар ҙа, администраторҙар ҙа яуап бирмәй.